1. Педагогам
  2. Новости
  3. "Башҡорт телен өйрәнеүсе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында полилингваль белем биреүҙең заманса юлдары" темаһына арналған Республика семинары

"Башҡорт телен өйрәнеүсе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында полилингваль белем биреүҙең заманса юлдары" темаһына арналған Республика семинары

Июнь 1, 2022 Просмотров: 103
27 май Башҡорт дәүләт университетында шаулап-гөрләп балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн "Башҡорт телен өйрәнеүсе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында полилингваль белем биреүҙең заманса юлдары" темаһына арналған Республика семинары үтте. 
Республикабыҙҙың 49 муниципаль берәмегенән тәрбиәселәр килде. 
Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусылары төҙөгән "Өләсәйем әкиәттәре" дидактик альбомының исем туйы республикабыҙҙың алдынғы тәрбиәселәренең тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелде. Был семинарҙа " Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының туған телдә белем биреүсе республика Йыл педагогы - 2022" номинанты, 
"Шишмәкәй" балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Ишкилдина Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы "Туған телде өйрәтеүҙә уйындың әһәмиәте" тигән темаға сығыш яһап, Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.