Башҡорт ғаиләһе көнө
Март 1, 2026
Просмотров: 7
Башҡорт ғаиләһе көнө
1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө алдынан һәм Республикала иғлан ителгән "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы" уңайынан беҙҙең "Шишмәкәй" балалар баҡсаһында «Башҡорт ғаиләһе - ил терәге” исемле конкурс ойош торолдо. Был сарала, башҡорт халҡының ғөрөф - ғәҙәттәрен, телен, рухын һаҡлаған күп балалы Килсенбаевтар, Сәғитовтар, Сәйфетдиновтар ғаиләләре ҡатнашты . Килсенбаевтар ғаиләһендә 3 бала:Зарина, Тимур, Әминә; Сәғитовтар ғаиләһендә 4 бала: Рәмил, Зәлиә, Йәмил, ИльЯс; Сәйфетдиновтар ғаиләһендә 4 бала: Самат, Тимур, Марат, Сабина тәрбиәләнә.
Байрам, фәһемле башҡорт мәҡәлдәрен йыйып, Башҡортостан флагын төҙөүҙән башланып китте.
Башта, конкурсанттар, үҙҙәенең ғаилә девизы һәм әҙерләнгән видео-презентациЯлар менән таныштырып үттеләр.
Артабан, һәр ғаилә кубиктарҙан өй төҙөп, башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш икәнлеген һүрәтләнеләр; башҡорт халҡының йолаларына таЯнып башҡорт орнаменты менән билбау биҙәнеләр, балаларына булған һөйөү һүҙҙәренән "Татлы кәрәҙ" төҙөнөләр.
Ояһында ни күрә – осҡанда ла шул була, тигәндәй, был ғаилә лә тәрбиәләнгән балалар шиғыр һөйләргә, йыр- моңға ла оҫта булдылар.
Ә инде, малайҙар башҡаыуында " Мин башҡот" рухлы, дәртле бейеүе көслө алҡыштарға күмелде. (етәксеһе: Рассадниква Л.Ф.)
Һәр ғаилә татыулыҡ өлгөһө, рухиәт балҡышы булып кисәне йәмләне.
Һәр ғаиләлә сабый тауышы тынмаһын, ел - дауылдар урап үтһен, татыулыҡ та һәм именлектә йәшәргә насип итһен!
Имен, татыу, ырыҫлы, мөхәббәтле булһын ғаиләләр! Байрам менән!