БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ МЕНӘН!!
Февраль 25, 2026
Просмотров: 2
БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ МЕНӘН!!
25 февраль — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө, ул 2002 йылдан алып билдәләнә. Башҡортостандың флагы йәшел, аҡ һәм күк төҫтәрҙән (аҫтан өҫкә) тора. Йәшел төҫ — азатлыҡты, тормоштоң мәңгелек булыуын; аҡ төҫ — тыныслыҡты, республика халыҡтарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; күк төҫ уларҙың уй-ниәттәренең изге булыуын, сафлыҡты аңлата. Флагтың аҡ төҫөнөң уртаһында ете таждан торған стилләштерелгән ҡурай сәскәһен үҙ эсенә алған түңәрәк төшөрөлгән. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.