1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Халыҡ-ара туған тел көнө

Халыҡ-ара туған тел көнө

Февраль 21, 2026 Просмотров: 5
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, үкенескә ҡаршы, уларҙың күптәре юғалыу сигендә.
Башҡортостан - йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәгән күп милләтле төбәк. Республикабыҙҙа башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, украин, мордва, немец һәм башҡа милләт вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй.
Быйылғы йыл Рәсәйҙә " Халыҡтар берҙәмлеге" тип иғлан ителде. .Шул айҡанлы, Халыҡ - ара туған телдәр көнөнә арнап, балаларҙы төрлө халыҡ әкиәттәре менән
таныштырҙыҡ, төрлө телдә Яңғыраған мультфильмдар күрһәттек, төрлө халыҡ
әкиәттәрен Яттанә һөйләү буйынса
конкурс үткәрҙек.
Һәр милләт өсөн туған теле - иң яҡын, иң ғәзиз тел, Беҙ, ошо ерҙең аҫаба халҡы телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ. Килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!