Нимә ул ғаилә...
Ғаилә – ул тыуған йорт, ғаилә – ул бер береңде ярты һүҙҙән аңлау, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә бүлешеү..
Ғаилә - бҽҙ яратҡан яҡын кҽшҽләр, улар тураһында, хәстәрлҽк күрәбҽҙ, уларға тик изгҽлҽк һәм бәхҽт тҽләйбҽҙ.
Ғаилә - ул бҽр йортта йәшәүсҽ кҽшҽләр гҽнә түгҽл, ул бҽр-бҽрҽңә ярҙам ҡулы һуҙыу.
Ғаилә – ул көс туплаусы нур йомғаҡ.
Ә ғаилә йәме - ул балалар, мөхәббәт емештәре, беҙҙең киләсәгебеҙ."Мөхәббәтле өйҙә бишек ҡояш булып эленеп торор, алтын сөйҙә"- ти башҡорт халыҡ мәҡәле.
Беҙҙең халыҡ борон-борондан ғаилә йәнле, бала һөйәр, туған хисле, бер дүләт ул. Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәтәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Һәр төрлө хәләттә лә ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын ата- әсәле үҫтерергә тырышҡан улар.
Яҙғы матур көндә, 15 майҙа, бҽҙ матур байрам - Халыҡ-ара Ғаилә көнөн билдәләйбҽҙ. Шул айҡаны, беҙҙең "Шишмәкәй" балалар баҡсаһында ла " Ғаилә көнөнә һәм " арналған сара уҙҙы.Кескәйҙәр тарафынан әҙерләнгән " Дуҫ ғаилә" әкиәтенән өҙөк сәхнәләштереү; ғаилә, ата - бабаларыбыҙҙың ырыуы хаҡында шиғыр һөйләү;йыр йырлау; " Ете ырыу" бейеүен башҡарыуҙары ата-әсәләрҙең күңеленә хуш килде.
Бөтә ғаиләләр ҙә маҡтауға, ололауға лайыҡ.
Шуға күрә, укыу йылына йомғаҡ яһап, балалар баҡсаһын да уҙғарылған төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләргә "Рәхмәт хаты", Маҡтау ҡағыҙы, дипломдар тапшырылды. Тормошта бит иң мөһиме ғаилә нигеҙенең ныҡлы булыуы.
Иҫән-һау булығыҙ!!!