Милли кейем көнө.
Бөгөн, 19 апрелгь, беҙҙең " Шишмәкәй" балалар баҡсаһында "Театр йылы"на арналған музыка белгестәренең район методик берләшмәһе ултырышы булып үтте.Был ултырыш икеләтә мәртәбәле булды - Милли кейем көнөнә тура килде. "Милли кейем" көнө :Республикабыҙҙа йылына ике тапҡыр үткәрелә: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе аҙнаһында. Был сара, республика халыҡтары йолаларына, тарихына, милли кейеменә иғтибарҙы арттырырға мөмкинлек бирә.
Шул ыңғайҙан, беҙҙең коллектив та төрлө саралар, милли кейемдәр флешмобы,(Әминева С.И., Килинбаева Т.О., Щербакова Е.И.) ҡул оҫталары(Янбаева Әминә һәм Сәйетбатталова Голназ) менән осрашыуҙар һәм күргәҙмә, "Ғаилә йылы" на арналған " Ғаилә менән милли кейем " онлайн - видео конкурстар үткәрҙе, тәрбиәселәр тарафынан төрлө милләт вәкилдәренең кейемдәренә арналған дәрестәр ойошторолдо.
Видео конкурста Баязитовтар, Искужирдар,Васильевтар, Сәйфетдиновтар, Гайдук, Ғәббәсовтар, Гладковтар, Калкамановтар ғаиләләре әүҙем ҡатнашты.
Үткәрелгән саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.
#учусьвнациональномкостюме,
#милликейемдәуҡыйбыҙ,
#МиллиКейемКөнө2024,
#ДеньНациональногоКостюма2024,
#национальныйэлемент,
#миллиэлемент.