1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Ҡоролтай 2024 йыл

Ҡоролтай 2024 йыл

Апрель 18, 2024 Просмотров: 20

Бөгөн Күгәрсен районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы киңәйтелгән ултырышы булып үтте.Йыйылыш ҡурайсылар башҡарыуында халҡыбыҙҙың "Урал" көйө менән башланып китте һәм тамамланды.
Йыйылышта район хакимиәте башлығы Марат Сәлим улы Исҡужин, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер- министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенең аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса беренсе урынбаҫары Рәил Рамаҙан улы Әбдрәхимов, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева ҡатнашты.
Сараға райондың мәғариф һәм мәҙәниәт эшсэндэре, ауыл Хакимиәте башлыҡтары, Аҡ инәйҙәр ҡоро вәкилдәре, ауыл аҡһаҡалдары саҡырылды. Ултырышты Ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Миңлеғәли улы Сәйетбатталов алып барҙы.
Ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң, Рөстәм Миңлеғәли улы һуңғы биш йылда район ҡоролтайы тарафынан эшләнгән эштәргә, үткәрелгән сараларға һәм әлеге көндә хәл ителәһе мәсьәләләргә туҡталды. Сара барышында тормошҡа ашырылаһы проекттар, мәғариф үҫеше, мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың сифатын күтәреү, уҡыусылар-йәштәр өсөн ойошторолған сараларҙы башҡорт телендә үткәреү кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды, ҡарарҙар ҡабул ителде, яңы ағзалар теркәлде.
Был сарала: илем-телем, халҡым тип янып йөрөгән, һәр ерҙә өлгөр булған, тырыш уҡытыусыларыбыҙ-тәрбиәселәребеҙ Өфө ҡунаҡтары ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды. Бергә булайыҡ-берҙәм булайыҡ!