1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 1 Март- башҡорт ғаиләһе көнө

1 Март- башҡорт ғаиләһе көнө

Март 1, 2024 Просмотров: 16

1 Март- башҡорт ғаиләһе көнө.Бөтә нәмә ғаиләнән башлана.Яҡыныңа хәстәрлек,телгә һөйөү ҙә, олоно оло кесене ҡурсалау ҙа иң тәүҙә ғаиләнән.Был донъяға яңы кешене ғаилә ҡаршы ала, ҙур тормош өсөн, яңы ғаилә өсөн тәрбиәләй.Ғаилә йылыһы кемгә лә бик кәрәк.Һәр ғаиләлә сабый тауышы тынмаһын,ел-дауылдар урап үтһен, татыулыҡ та һәм именлектә йәшәргә насип булһын!Беҙҙең "Шишмәкәй" балалар баҡсаһында өлгө алырлыҡ, алдыңғы ҡарашлы, милли традицияларҙы һаҡлап килгән ғаиләләр күп кенә."Ҡыңғырау" төркөмөнән Псәнчиндар ғаиләһе балалар баҡсаһы үткәргән һәр бер сарала әүҙем ҡатнашып киләләр, хатта Илвир Ғайса улы Яңы йыл байрамында бик талантлы итеп Ҡыш бабай ролен үтәне. Йәнбирҙинҙар ғаиләһе"Бишек йыры" конкурсында ҡатнаштылар.Күп балалы Сәйфетдиновтарҙың ғаилә башлығы Илгиз Марат улы хәҙерге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша, илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлай. "Йәйғор" төркөмөнән Мәсәғотовтар ғаиләһе башҡорт теле көнөнә арналған конкурсҡа шиғыр ятланылар, Сәйфуллиндар ғаиләһе башҡорт теле аҙналығында ҡатнашып,халыҡ әкиәттәренә иллюстрация төшөрҙөләр.Әйткәндәй, Сәйфуллиндар бик әүҙем спортсылар ҙа.Бер саңғы ярышы ла уларһыҙ үтмәй.Хатта күрше райондарға сығып, ярыштан призлы урындар алып ҡайталар.
Күп балалы ғаиләләр- беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Иҙрисовтар ғаиләһе береһенән-береһе матур, аҡыллы, тәрбиәле 6 бала үҫтерәләр, һәр береһенә йәлләмәйенсә күңел йылыһын, ата-әсә наҙын өләшәләр.Тукумбетовтар ғаиләһе лә өлгө алырлыҡ: Регина Рәшит ҡыҙы 2023 йылда журналистика өлкәһендә Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге район премияһы лауреаты булды.
Эйе, тырышып донъя көткән, иманлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләр беҙҙә күп һәм балалар баҡсаһы педагогтары улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тырышалар.Тәрбиәселәр балаларҙы атай-әсәйҙе, өләсәй- олатайҙарҙы хөрмәт итергә, уларға ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә өйрәтәләр. Шулай уҡ башҡорт халҡынын милли йолалары менән дә таныштырыуҙы дауам итәләр.Иң мөһиме, балаларҙы башҡорт милли рухында тәрбиәләү эше ике яҡтан да: ғаиләлә һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында тығыҙ бәйләнештә башҡарылырға тейеш.