1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 21 февраль - Туған тел көнө.

21 февраль - Туған тел көнө.

Февраль 23, 2024 Просмотров: 5

21 февраль -Өфө фән һәм технологиялар университетында Туған тел көнөнә арналған ҙур сара утте. Был сарала
тел һағында тороусы уҡытыусылар һәм балалар баҡсаһы тәрбиәселәре йыйылды. Республиканың һәр районы һәм ҡалаһынан вәкилдәр катнашты..
Туған телдәр көнөн балаларҙың күңелендә туған телгә, ғөмүмән, телдәргә һөйөү тәрбиәләүсе, ошо маҡсатҡа арымай-талмай фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе шәхестәр менән бергә ҡаршылау - ҙур мәртәбәле булды.
Республикабыҙҙа милли мәғарифты үҫтереү өлкәһендә тиҫтәләгән йылдар эшләгән, "Йыл педагогы - 2022 конкурсында катнашкан таныш педагогтар менэн осраштык.
Был сараға сакырыу өсөн ҙур рәхмәт белдерәм.