1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. ""Пҽдагог һәм остаз" йылы...

""Пҽдагог һәм остаз" йылы...

Декабрь 14, 2023

Тормошта бик күп һөнәрҙәр бар,уларҙың һәр береһе мөһим,һәр береһенеңүҙ ауырлығы,үҙ нескәлектәре бар.Тәрбиәсе һөнәрен дә еңел тип әйтеп булмай. Бик ауыр,шул уҡ ваҡытта нескә һәм үтә яуаплы бурыстар йөкмәтелгән уларға."Шишмәкәй"балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләп, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған Ләлә Ғәйфулла ҡыҙы Ғайсина тураһында тик маҡтаулы, рәхмәт һисе тулы һүҙҙәр генә яҙырға кәрәктер. Беҙ, йәш белгестәр, эшкә килгәндә, Ләлә Ғәйфулла ҡыҙы инде тәжрибәле тәрбиәсе ине. Башҡорт, татар телдәрен яҡшы белгән педагогҡа башҡорт төркөмөн етәкләргә тәҡдим иттеләр.Ҡатмарлы үҙгәртеп ҡороу заманында яңы эште башлау,ай-һай, еңелдәң булмағандыр инде. Уйынсыҡтар, йыһаҙдар юҡ тиерлек. Төркөм йыһазландырыуы бик ярлы ине. Шулайҙа Ләлә Ғәйфулла ҡыҙы төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, сәмләнеп эш башланы.Атай-әсәйҙәрҙең һәр береһе менән шәхси һөйләшеп, ышандырып, балалар йыйҙы.Төркөмдө йыһаҙландырҙы- урындыҡтан алып ҡурсаҡ һауыт-һабаһына тиклем үҙ тырышлығы, үҙ ҡулдары менән булдырҙы.
Телде һаҡлау иң беренсе ғаиләнән башлана.Ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн бик әйбәт аңлаған тәрбиәсе бөтә тәрбиә-уҡытыу эшен атай-әсәйҙәр менән педагогик аралашыу, тығыҙ бәйләнеш нигеҙендә ойоштора. Башҡорт төркөмдәре өсөн сығарылған төрлө методик әсбаптарҙы оҫта ҡулланып, балалар өсөн йөкмәткеле,ҡүңелле дәрестәр әҙерләп үткәрә.Бәләкәй кешенең күңелендә донъяға булған бөтмәҫ ҡыҙыҡһыныу , яңы белем алырға теләк уята.
Хәҙерге ваҡытта һаҡлы ялда булһала, Ләлә Ғайфулла ҡыҙы берҙә ҡул ҡаушырып ултырмай. Ул-уңған, егәрле хужабикә, 2 бала әсәһе.Район мәҙәниәт йортоноң вокаль ансамбленең иң әүҙем ҡатнашыусыһы. Йәш быуынға остаз булырлыҡ, лайыҡлы пҽдагогик хҽҙмәт вҽтҽраны.