Башҡорт халыҡ уйындары
Декабрь 14, 2023
Просмотров: 4
Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота.Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы.Ысынлап та,уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫешен тәьмин итә.Беҙҙең балалар баҡсаһында тәрбиәселәр балаларҙы төрлө башҡорт халыҡ уйындары менән таныштыралар.Мәҫәлән,"Аҡ тирәк-күк тирәк","Айыу-бүре юҡ икән", "Турғайҙар һәм бесәй" һәм башҡалар. Халыҡ уйындарын уйнағанда,балаларҙың сәләмәтлеге нығына, үҙаллылыҡ, активлыҡ,ойоштороусанлыҡ,ҡыҙыҡһыныусанлыҡ үҫешә.