1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Флеш-семинар: "Бөгөнгө шарттарҙа мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү".

Флеш-семинар: "Бөгөнгө шарттарҙа мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү".

Октябрь 29, 2023 Просмотров: 2

25 октябрҙә Кумҽртау ҡалаһында, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге Прогимназияла бик мөһим сара Флеш-семинар үтте. Уның темаһы: "Бөгөнгө шарттарҙа мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү". Был сҽминарҙа "Шишмәкәй"балалар баҡсаһы башҡорт тҽлҽ уҡытыусыһы Ишкилдина Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы ла ҡатнашты.Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылған: виртуоз ҡумыҙсы,БР халыҡ артисы Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Зәйнетдинов; уның улы, бик күп конкурстар лауреаты - Азамат Зәйнетдинов, "Аҡбуҙат " балалар журналы баш мөхәрире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина, БР милли мәҙәни "Аҡтирмә" үҙәге рәйесе Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы, Күмертау ҡалаһы Советы депутаты Моратбакиева Маргарита Фәнит ҡыҙы, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Шамиғолова Әлфиә Файзрахман ҡыҙы, һәм башҡалар...Сара бик йөкмәткеле үтте, дүрт секцияла ойоштороусылар ҡунаҡтар менән берлектә оҫталыҡ дәрестәре алып барҙы. Ойоштороусыларҙың төп маҡсаты ул - туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, телде күтәреү, мәшһүр Урал батыр эпосы нигеҙенә таянып балаларыбыҙға рухи ҡиммәттәрҙе еткереү, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланып, уның үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге өсөн хәстәрлек күреү булды.